

Сараға йыйылыусылар район мәғарифы тарихына һәм Пионерия көнөнә арналған күргәҙмәләр менән танышты, моңло сағыу концерт номерҙарын ҡараны, 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусыларының башҡорт телендә шиғырҙар уҡыуын һәм Татыр-Үҙәк мәктәбенең уҡыусыһы Регина Байғужина башҡарыуында «Урал батыр» эпосынан өҙөктө тыңланы.
2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары тарафынан яҡташ-яҙыусыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль дә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тамашасылар ҙа тик кенә ултырманы – төрлө ҡыҙыҡлы квест-уйындарға, интерактив викториналарға ҡушылып уйнаны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, бүләктәр ҙә отто.
Тулыраҡ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.