

«Яндекс» аҡыллы колонкаһын нисек оторға була? Бының өсөн 2023 йылдың 19 майында үҙәк район китапханаһында киске сәғәт 6-ла үтәсәк «Китапханалар төнө-2023» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға кәрәк. Бәйгеселәр өсөн бик күп ҡыҙыҡлы саралар әҙерләнгән: оҫталыҡ дәрестәре, интерактив викториналар, квест-уйын, китап һәм мәғлүмәт күргәҙмәләре, театрлаштырылған тамаша һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе.
12+