МӘҘӘНИӘТ
12 Май 2023, 18:33

“Бүреләр” яугирҙарға ярҙам ойоштора

Башҡорт рок-төркөмө хәйриә концертына саҡыра

“Бүреләр” яугирҙарға ярҙам ойоштора“Бүреләр” яугирҙарға ярҙам ойоштора
“Бүреләр” яугирҙарға ярҙам ойоштора

16 майҙа Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Бүреләр” башҡорт рок-төркөмөнөң концерты була. Билет һатыуҙан килгән аҡсаны музыканттар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан егеттәренә ярҙамға йүнәлтергә ниәтләй. Тамашала тыңлаусылар яратып өлгөргән элекке, шулай уҡ яңы хиттар яңғыраясаҡ.

– Апрелдә гуманитар конвой менән махсус хәрби операция биләмәһенә барып килгәс, ошо концертты ойоштороу ниәте тыуҙы. Егеттәребеҙгә афарин, танауҙарын төшөрмәйҙәр, – ти төркөмдөң етәксеһе Илшат Абдуллин. – Яугирҙарыбыҙ бөтә нәмә менән дә тәьмин ителгән, әлбиттә, шулай ҙа һәр даим кәрәккән мөһим әйберҙәр бар – медицина кәрәк-ярағы һәм башҡалар. Хәҙер шундай ваҡыт тыуҙы: беребеҙ ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Егеттәребеҙгә ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы.

 Концерт киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттарҙы ufa.kassir.ru/koncert/burelar# һылтанмаһы аша инеп алырға була. "Пушкин картаһы" ла ғәмәлдә.

Яу яланындағы ир-егеттәребеҙгә ярҙам уңайынан ойошторолған сараға килегеҙ, дуҫтар!

12+

Фото: vk.com/burelar

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас