

Таңдарҙа гармун уйнаның,
Тирә-яҡ тынып ҡалды.
Гармун моңона тирбәлеп,
Гөлдәрҙән ысыҡ тамды…
Гармун моңон ишеткән һайын Әнғәм Атнабаевтың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә.
Эйе, гармун – халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарының береһе. Башҡортостандың һәр төбәгендә элек-электән киске уйындарҙа, һабантуйҙарҙа, байрам сараларында гармун тауышы яңғыраған. Элек-электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған. Һәр ауылдың үҙенә генә хас билдәле гармунсылары булған. Ҡунаҡ һәм туйҙарҙа оҫта гармунсыларға хөрмәт күрһәтелеп, уларға алдан уҡ сират теҙелгән. Ауыл кистәрен гармунһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмаған, клубта, мәктәптә гармундар ултырған, теләгән һәр кем был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән. Һуғыш ваҡытында гармун тарта белеүсе гармун ҡәҙәр генә бәләкәй малай, ауылда, иң ҡәҙерле зат булған. Иң ауыр ҙа, иң ҡараңғы көндәрҙә лә халыҡ гармундан айырылмаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа, шағир әйтмешләй, күп ауылдарҙа “телһеҙ ҡалған гармундар...”.
Гармун моңо ғүмер буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, иң ауыр саҡтарҙа ла күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан. Гармун моңо үҙенә буйһондороп, сихри донъяға алып керә, тормош ваҡлыҡтарын, көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора. Гармун ябай музыка ҡоралы ғына түгел, ә йәне булған, уй кисерештәреңде тойған тоғро дуҫ.
Йәнтеш мәҙәниәт йортонда, йәштәр өсөн "Музыкаль нота" исҽмлҽ мастар -класс үттҽ. Радик Иштанов "Гармун сҽрҙәрҽнә" өйрәтҽп, йәштәрҙҽң күңҽлҽнә һөйөү уятты. Бҽрҽнсҽ тапҡыр гармун алып, төймәләрҽнә баҫып, көйҙәрҙҽ ишҽтҽү һәләтҽн уятып һәм кирҽ нисҽк гармунды чҽхолына дөрөҫ һалыу сҽрҙәрҽнә төшөндөләр.
Йома һайын, гармун сҽрҙәрҽнә өйрәнҽү дәрҽстәрҽ үтә!
Әйҙәгҽҙ, килҽгҽҙ, өйрәнҽгҽҙ!
Һүҙемде гармун моңонан башлағайным. Әнғәм Атнабай әйткәнсә, «Моңһоҙҙарҙы уятырға гармундар кәрәк әле, гармундар кәрәк әле!..»