

Райондың һәләтле йәш йондоҙсоғо, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Элина Ҡужагилдина (етәксеһе Гөлназ Иманова) үҙ уңыштары менән һөйөндөрә.
Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсында еңеү ҙә уның ҡаҙаныштары исемлеген тулыландырҙы. Элина үҙ категорияһында беренсе урын алды! Афарин! Һәләтле ҡыҙға яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйбеҙ!
фото:Республика халыҡ ижады үҙәге