МӘҘӘНИӘТ
3 Май 2023, 16:16

15 йәшлек ҡыҙ «Ирәндек моңдары» конкурсында гран-при яуланы!

     

15 йәшлек ҡыҙ «Ирәндек моңдары» конкурсында гран-при яуланы!15 йәшлек ҡыҙ «Ирәндек моңдары» конкурсында гран-при яуланы!
15 йәшлек ҡыҙ «Ирәндек моңдары» конкурсында гран-при яуланы!

Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалауға һәм һәләтле йәш башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Балалар араһында гран-приҙы Күгәрсен районынан 15 йәшлек Аиша Йыһаншина яуланы. Уға 20 мең һумлыҡ бүләк сертификаты һәм велосипед тапшырылды. Ҡыҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флорида Кәримовала уҡый һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа даими ҡатнаша.

Сибайҙан Айсулпан Иҫәндәүләтова, Хәйбулланан Элина Ҡужагилдина һәм Сибайҙан Тимур Шаһивәлиев 6-11 йәшлектәр категорияһында беренсе урынға сыҡты.

Шулай уҡ II–III урындарҙы алыусылар, махсус призға лайыҡ булыусылар һәм дипломанттар билдәләнде. Бынан тыш, өлкән үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар араһында финалсылар иғлан ителде. Әлеге йәш категорияһында еңеүселәрҙең исемдәре май айында Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында билдәле була.

- Быйыл конкурста йәмғеһе 63 кеше ҡатнашты. Улар - Силәбе өлкәһенән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Иглин, Ишембай, Күгәрсен, Салауат, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Нефтекама, Сибай һәм Өфө ҡалаларынан, - тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире Эльвира Әхмәтйәнова.

Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы хакимиәте сығыш яһаны.

 

Фото:социаль селтәрҙәр.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас