МӘҘӘНИӘТ
26 Апрель 2023, 16:10

2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа нисә кеше ҡатнашҡаны билдәле булды

      

2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа нисә кеше ҡатнашҡаны билдәле булды2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа нисә кеше ҡатнашҡаны билдәле булды
2023 йылда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа нисә кеше ҡатнашҡаны билдәле булды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың бөтә район-ҡалалары, Рәсәйҙең бик күп төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. Эштәр 2023 йылдың 23 апреленә тиклем ҡабул ителде.

Диктантты бөтәһе 340 333 кеше яҙҙы. Шуларҙың 127 350-һе башланғыс кимәлдә, 142 858-һе - ирекле аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда диктантты башланғыс кимәлдә - 125 179, ирекле аралашыу кимәлендә - 140 019 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта 69 325 кеше яҙған.

Йылдағыса диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар тапшырыла. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәрелә. Әгәр 2023 йылдың 23 майына тиклем ҡатнашыу тураһында сертификат килмәһә, 7 (347) 246-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 
 
фото:Бүребай китапханаһы.
Сығанаҡ:"Башинформ".
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас