МӘҘӘНИӘТ
21 Апрель 2023, 02:14

Радий Хәбиров Милли кейем көнөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне

    

Радий Хәбиров Милли кейем көнөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров Милли кейем көнөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Милли кейем көнөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Милли кейем көнөндә был байрамдың әһәмиәте хаҡында үҙ фекерен әйтте. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙмаһы һәм Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән бергә төшкән фотоһы менән уртаҡлашты.

«Нимә ул милли кейем? Ни өсөн беҙ республикала Милли кейем көнөн булдырҙыҡ? Быны бик мөһим эш тип иҫәпләйем. Тәү сиратта, был — үткәнебеҙгә, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың тарихына ҡағылыу ул», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, өс йыл элек бер төркөм тарихсылар һәм модельерҙар башҡорт эш кейеме образын булдырҙы.

«Әлбиттә, ул замансараҡ, әммә унда ата-бабаларыбыҙ бер нисә быуат элек кейгән кейемдең элементтары сағыла. Әйткәндәй, ул күптәргә оҡшаны. Уны рәхәтләнеп кейәләр, шул иҫәптән мин дә», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров шулай уҡ барыһын да яҡынлашып килгән Ураҙа байрамы менән тәбрикләне.

 

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ".

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас