МӘҘӘНИӘТ
20 Апрель 2023, 04:43

Бөгөн – милли кейем көнө!

Степной ауылы "Айгөл" балалар баҡсаһына  "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары ҡунаҡҡа килеп, кескәйҙәргә сағыу башҡорт милли кейемдәренең төрлөлөгө, матурлығы, серлелеге тураһында һөйләнеләр.

Бөгөн – милли кейем көнө!Бөгөн – милли кейем көнө!
Бөгөн – милли кейем көнө!

Хәйбулла районы Степной ауылы "Айгөл" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә "Милли кейем" көнөнә арналған флешмобҡа ҡушыла.

Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһына "Ағинәйҙәр" ҡунаҡҡа килде, "Өләсәйем һандығы" тигән, бик матур сара үткәрҙеләр. Балаларға башҡорт милли кейемдәренең төрлөлөгө, матурлығы, серлелеге тураһында бәйән иттеләр. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, кейемдәрҙе тотоп, кейеп ҡаранылар. Ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгәндәр, ә башҡорт халҡының милли ризығы "Талҡан" ды әҙерләп алып килгәндәр ине. Алла бирһә ошондай саралар күберәк булһын, милли кейемдәребеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф ғәҙәттәребеҙ тергеҙелһен, ошо бәләкәс кескәйҙәребеҙ ошондай матурлыҡты күреп, белеп үҫһә, ҡалай беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә булыр ине.

Бөгөн – милли кейем көнө!
Бөгөн – милли кейем көнө!
Бөгөн – милли кейем көнө!
Бөгөн – милли кейем көнө!
Бөгөн – милли кейем көнө!
Автор:Нәзилә Игебаева, Степной ауылы "Айгөл" балалар баҡсаһы
Читайте нас