МӘҘӘНИӘТ
20 Апрель 2023, 06:38

Автобуста – милли кейемдә

Башҡорт милли кейемендәге водитель һәм кондуктор пассажирҙарҙы ихлас ҡаршы алды

Автобуста – милли кейемдәАвтобуста – милли кейемдә
Автобуста – милли кейемдә

Бөгөнгө иртә Арҡайым ҡасабаһынан Сибай ҡалаһына йөрөүселәр өсөн бик йәмле, күңелле башланды. Сөнки, уларҙы һәр иртә 7-се маршрут буйынса ҡалаға алып йөрөүсе автобуста башҡорт милли кейемендәге водитель һәм кондуктор ҡаршы ала. Кемдер сәйерһенеп ҡараһа, бик күптәр өсөн был иң сағыу иртә булып иҫтәрендә ҡалыр. Бик күптәрҙең милли кейем кейеп урамға сығырға оялған мәлдәрендә, водитель ағай менән билет һатыусы апайға афарин тиергә генә ҡала! Уларға хәйерле, имен юлдар, мәҙәниле, итәғәтле пассажирҙар теләйбеҙ!

Автобуста – милли кейемдә
Автобуста – милли кейемдә
Автор:Розалиә Теүәлбаева
Читайте нас