МӘҘӘНИӘТ
15 Апрель 2023, 08:59

Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!

Ул VI республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны!

Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!
Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!

14 апрелдә Әлшәй районында «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» VI республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үтте. Фестивалдә Хәйбулла, Ғафури, Йылайыр, Мәсетле, Дәүләкән, Миәкә, Өфө, Архангел, Ишембай, Миәкә, Бишбүләк,  Дүртөйлө, Шишмә, Туймазы, Салауат, Дәүләкән райондары, Дүртөйлө, Салауат, Бөрө һәм Өфө ҡалалары рәссамдары һәм оҫталары, клубтары һәм художество коллективтары ҡатнашты. Ойоштороу комитетына йәмғеһе 63 заявка килгән.

Сара сиктәрендә ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә хәҙерге донъяла ҡулдан туҡыу эшенең роле һәм урыны, Бишбүләк районында традицион балаҫ һуғыуҙы үҫтереү, башҡорт туҡыусылыҡ кәсебен тергеҙеү һәм үҫтереү перспективалары тураһында мәсьәләләр ҡаралған.  Ҡатнашыусылар фекеренсә, туҡыусылыҡтың төрлө техникаһына уҡытыу буйынса семинар-практикум фестивалдең иң мөһим өлөшө булған. Уҡытыуҙы ижади берекмәләрҙең оҫталары алып барған. 

Фестиваль йомғаҡтары буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларға дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды. Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән райондары фольклор ансамблдәренең сығыштарынан үрелеп барған бүләкләү тантанаһы ла сағыу булды.  

Фестивалдә Хәйбулла данын яҡлаған Тәнзилә Вәлитдин ҡыҙы Күскилдина 3-сө урынға лайыҡ булды. Афарин, ҡотлайбыҙ!

 

фото:Әлшәй районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!
Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!
Тәнзилә Күскилдинаны ҡотлайбыҙ!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас