

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы солистары Лилиә һәм Ринат Хәбировтар Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуында ҡатнашты. Улар Башҡортостандың Мәсетле районында тыуып үҫкән. Күп йылдар инде Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ милли йыр-бейеү сәнғәтенең бай традицияларын пропагандалай.
Тапшырыуҙың сығарылышы 14 апрелдә киске сәғәт 8 тула 15 минутта күрһәтелде.
Йола буйынса, билдәле фольклор коллективы артистары студияға милли кейемдә килде.
«Ринат башҡорт халыҡ йыры «Ҡара юрға»ны башҡарҙы, Лилиә бейене. Күстәнәскә Лилиә әсәһе менән ваҡ бәлеш бешергән», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Аҡ тирмә» ансамбле етәксеһе Гөлсинә Батыршина.
Хәтерергеҙгә төшөрәбеҙ, «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге 2014 йылдан Рәсәйҙең баш ҡалаһында яҡташтарҙы берләштереү, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара. 2022 йылда «Аҡ тирмә» фольклор коллективы ағзалары «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуының яңы йыл сығарылышында ҡатнашты.
Автор:Ләйлә Аралбаева