МӘҘӘНИӘТ
31 Март 2023, 06:01

Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!

«Хәйбулла» балалар өлгөлө бейеү ансамбле республика фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны. Бейеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ, ижади илһам һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!
Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!

Кисә "Дуҫлыҡ хороводы" республика балалар хореография фестивале тамамланды. Фестиваль Туймазы ҡалаһында уҙҙы. Башҡортостандың 16 районынан һәм 3 ҡалаһынан 750-нән ашыу ҡатнашыусы "Родина" мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә хореография сәнғәтендә ярышты.

Төп турға 32 коллектив, шул иҫәптән Аҡъяр ауылындағы Балалар ижады йортоноң «Хәйбулла» ансамбле сыҡты. Фестиваль йомғаҡтары буйынса «Хәйбулла» балалар өлгөлө бейеү ансамбле 3 дәрәжә дипломға һәм «Милли хореографияға һәм традицион башҡорт кейеменә һаҡсыл мөнәсәбәте өсөн» номинацияһына лайыҡ булды. Бейеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, дәрт-дарман һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

фото:Хәйбулла районы Мәғариф идаралығы.

Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!
Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!
Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!
Һай, афарин, Хәйбулла бейеүселәре!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас