МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2023, 09:08

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Район мәҙәниәт йортонда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләрМәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Район мәҙәниәт йортонда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Улар төрлө һөнәр эйәләре - музейҙар һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт йорттары һәм ауыл клубтары белгестәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары, бик күп ижади коллективтар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, сөнки был һөнәр - үҙенсәлекле. Бында ижади, талантлы, тынғыһыҙ йөрәкле кешеләр эшләй, улар көн һайын башҡаларға күңел йылыһын бирә, кешеләргә изгелек һәм яҡтылыҡ килтерә! Сара барышында 2022 йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тантаналы өлөштән һуң саҡырылған артист, яҡташыбыҙ Сәйет Билалов һәм Илдар Ямалов ҡатнашлығында ҙур байрам концерты үтте. 

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас