

Әбүбәкер ауылы делегацияһы Ырымбур өлкәһе Гай районының Яңы Николаевка ауылында булды.
Иң тәүҙә ҙур булмаған "түңәрәк өҫтәл" үтте, унда муниципаль ойоштороу комитеты ағзалары күршеләрҙе "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыу тәжрибәһе менән таныштырҙы. Күршеләрҙе республикабыҙҙың сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән тәжрибәһе бик ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашыуҙа Яңы Николаевкалағы ҡаҙаҡ диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты. Хужаларға Әбүбәкер ауылы оҫталары эшләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Осрашыуҙа халыҡ менән эшләү эшендә артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Яңы Николаевка ауылы халҡына концерт, үҙешмәкәр артистарҙың спектакле күрһәтелде, шулай уҡ Әбүбәкер оҫталарының изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе тәҡдим ителде.