

Орск ҡалаһында "Күк ҡош артында" ("За синей птицей") халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтте. Төрлө номинацияларҙан һәм йәш категорияларынан 103 уҡыусы оҫталығын күрһәтте. Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенән думбыра класы буйынса уҡыусыһы Мәҙинә Ҡоҙабаева (етәксеһе Гөлназ Мәмбәтова) ҡатнашты. Ул 2-се дәрәжә лауреат исеменә эйә булды. Афарин, Мәҙинә!