

Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел. Үҙе уңайлы, үҙе йылы, ышаныслы. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ауыл халҡы тик быймала йөрөй. Быйма күптәребеҙҙең яратҡан аяҡ кейеме.
Яҙҙың тәүге көндәрендә әбүбәкерҙәр, ҡыш буйы беҙҙе һыуыҡтан һаҡлаған быйма менән хушлашыу байрамына йыйылды. Ҡатын-ҡыҙҙар, байрамға яратҡан быймаларын матур итеп биҙәп килгәндәр. Быйма байрамы төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.