МӘҘӘНИӘТ
6 Март 2023, 10:27

"Үҙеңде нисек барһың, шул килеш яратырға кәрәк",- ти

 «Model XXXL» бәйгеһе еңеүсеһе Әлиә Кузнецова

"Үҙеңде нисек барһың, шул килеш яратырға кәрәк",- ти"Үҙеңде нисек барһың, шул килеш яратырға кәрәк",- ти
"Үҙеңде нисек барһың, шул килеш яратырға кәрәк",- ти

Матурлыҡ –ул һомғол буй-һынға ғына ҡайтып ҡаламы?  Ғәҙәттә беҙ шулай ҡарарға күнеккәнбеҙ. Юҡ икән шул. Ябыҡ булып та йәмһеҙ күренгән гүзәл-заттар етәрлек. Минеңсә, гүзәллек – ул, тәү сиратта, күңел матурлығы. Ә бына район мәҙәниәт йортонда тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләһендә, эшендә, тормошта уңышҡа өлгәшкән, һәр яҡлап та килгән матур гүзәл заттар булыуын иҫбатланы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға һәм «Model XXXL» исеменә Татыр-Үҙәк ауылынан биш бала әсәһе  Әлиә Кузнецова лайыҡ булды.

1-се урынды Бүребай ауылынан Елена Лазарева, 2-сене – Маҡандан Әлиә Хурамшина, Динә Хәлиуллина, 3-сө урынды Йәнтештән Ләйсән Бикбова һәм Ивановканан Гөлнара Ҡунаҡова яуланы.

“Тамашасылар һөйөүе” призын Әлиә Кузнецова алды.

  • Был бәйгелә икенсегә ҡатнашам һәм еңеү яулауыма сикһеҙ шатмын. Әлбиттә, бәйгелә еңер өсөн генә ҡатнашманым. Ә кәйефте күтәрергә, өлгө күрһәтергә, тулы кәүҙәле булыу тормоштоң тамамланыуын аңлатмауын иҫбатларға теләнем. Ҡатын-ҡыҙҙарға шуны әйтергә теләйем: үҙ буй-һындарынан оялмаһындар, бөтә кешегә лә һомғол булырға тимәгән. Үҙегеҙҙе нисек барһығыҙ, шулай яратығыҙ, сөнки һәр кем үҙенсә матур,- тине бәйге еңеүсеһе  Әлиә Кузнецова.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас