МӘҘӘНИӘТ
25 Февраль 2023, 16:18

"Ете ҡыҙ" район бәйгеһенең бөгөн икенсе көнө

#АйыҡАуыл2022 Ҡыҙҙар  йөн иләргә өйрәнделәр

"Ете ҡыҙ" район бәйгеһенең бөгөн икенсе көнө"Ете ҡыҙ" район бәйгеһенең бөгөн икенсе көнө
"Ете ҡыҙ" район бәйгеһенең бөгөн икенсе көнө

"Айыҡ ауыл" проекты сиктәрендәге "Ете ҡыҙ" район бәйгеһенең бөгөн икенсе көнө.


Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡышҡы оҙон кистәрҙә йыйылышып йөн теткәндәр, иләгәндәр, бейәләй, нәскиҙәр бәйләгәндәр. Шундай күпереп торған һарыҡ йөнөнән нәҙек кенә еп килеп сығыуы үҙе бер мөғжизә.
Йөндө ҡул орсоғо, аяҡ орсоғо, шулай уҡ ҡолғаға йөндө бәйләп тә иләйҙәр.
Бөгөн иһә, беҙҙең ете ҡыҙыбыҙ ҡул орсоғо менән йөн иләргә өйрәнде. Йөн иләү буйынса оҫталыҡ дәресен Әбүбәкерова Гузилэ Рамаҙан ҡыҙы алып барҙы.

Афарин ҡыҙҙар!!! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!!!!

#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

"Айыҡ ауыл -2022" - Әбүбәкер ауылы

Автор:
Читайте нас