

Айыу ҡоҙоғоноң ҡурайы
Тыуған ауылым Әбеш Хәйбулла районының иң матур, иң илаһи бер өлөшөндә урынлашҡан. Киң даланың иркенлектәренә күҙ талдырып килә торғас, йәшел бөҙрә урманлы, бейек ҡая ташлы Шайтантау биләмәләренә килеп инәһең. Бында күңел ял итә, саф урман һауаһын һулап тын иркенәйә, офоҡтағы зәңгәр тауҙарҙы айҡап, сылтырап аҡҡан терегөмөштәй Һаҡмарҙы күреп күҙ ҡыуана. Асылыр мәлен, өйрәнер балаһын көтөп, күпме серҙәр һаҡлай ул, ғәзиз тыуған төйәккәйем! Бына ошо тойғо мине әленән-әле ҡырҙарға алып сыға, тауҙарға алып менә, йылға-күл буйҙарын буйлата. Әсәйем география уҡытыусыһы булғанға күрә лә, бала саҡтан мине тыуған тәбиғәтебеҙҙең матурлығын күрергә, һаҡларға өйрәтте. Әле башланғыс класс уҡыусыһы булып ҡына, мин тыуған төйәгемдең матурлығын, уның ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын тасуирлаусы тәүге фәнни- ғәмәли эшемде Сибай ҡалаһында яҡлап сығыш яһағаным хәтерҙә. Артабан был эшемде киңәйтә, тулыландыра барып, тыуған яҡтарымдың үҙенсәлекле урындарын тәрәнерәк итеп өйрәнеп, 5-се класта уҡығанда Өфө ҡалаһында сығыш яһаным. “Шайтантау заказнигы буйлап сәйәхәт” исемле был эшем республика кимәлендә еңеүсе булып сығыуы ҡыуандырҙы һәм ҡанатландырҙы. 6-сы кластан алып Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡыһам да, мин каникул ваҡытында тыуған ауылыма ҡайтып, илһам алыр, көс туплар өсөн тыуған яғым ҡырҙары буйлап йөрөп әйләнәм. Картиналарым өсөн эскиздар, һыҙмалар эшләйем. Ә тәбиғәт иҫ киткес матур. Һәр тауҙың, һәр болондоң, йылға, күлдең үҙ атамаһы, үҙ тарихы бар. Мин ҙур ғорурлыҡ менән беҙҙең ауыл эргәһендә генә урынлашҡан Айыу ҡоҙоғо тип аталған урын тураһында һәр саҡ һөйләйем. Һаҡмар йылғаһының аръяғында ҡуйы урманлы бейек тауҙың үҙәнендә урынлашҡан был серле лә, шомло ла урын башҡаса аталырға мөмкин дә түгел шул. Унда айыуҙар батшалыҡ итә. Ер-һыу атамалары тарихын күп белгән ҡартатайым Сәлим Нурый улы мин тыуғанда юҡ ине инде. Әммә әсәйем миңә һәр саҡ, “Ҡартатайың бына шулай һөйләй торғайны”-тип, төрлө хикмәтле лә, мажаралы ла тарихтар менән таныштыра ине. Әсәйем Айыу ҡоҙоғо яғына емеш тирергә барырға ниәтләнһә, ҡартатайым уны һәр саҡ иҫкәрткән: “Ҡыҙым, яңғыҙ-ярпы йөрөмә, сейәлек, баланлыҡтан бигерәк, айыулыҡ ул ерҙәр!”-ти.
Айыулы ҡоҙоҡтоң ғорурланып һөйләй торғаны баланлыҡ , сейәлек кенә түгел. Моңло ҡурай, хатта иң моңло ҡурай төбәге ул! Эйе, эйе, уны мин түгел, ә мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов әйткән! Ул йыл да, алыҫ араларҙы яҡын итеп Өфөнән килеп, ошо ерҙең ҡурайын бер ҡосаҡ итеп йыйып алған. “Был ерҙең ҡурайы кеүек моңло ҡурай бүтән бер ҡайҙа ла юҡ,”-тигән. Нәҡ Айыу ҡоҙоғо ҡурайҙары менән ул Париж, Токио халҡын таң ҡалдырып, һыҙҙырып башҡорт көйҙәрен уйнаған. Нисек ғорурланмайһың! Нисек шундай ғәжәйеп ҡурай кеүек моң сығанағы үҫкән урман-ҡырҙарыңды яратмайһың инде! Был хаҡта мин ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ҡурайсыһы, бик күп халыҡ йырҙарын белеүсе, башҡарыусы Камил Ниғмәтйән улы Илембәтовтан һораштым. Ул йыл да Айыу ҡоҙоғона барып, ҡурай алып ҡайта. Беҙ мәктәптә уҡығанда бөтә малайҙарға ла эшләп бирер ине ул. Һәм үҙе уҡытҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәре нәҡ ҡурай моңо менән башланыр ине: үҙе уйнай, уҡыусылары уйнай, оҙон көйҙәр дәртле көйҙәргә күсеп, рух аҙығы, күңел күтәренкелеге алып, парта артына таралышыр инек. Камил олатай уҡытҡан осорҙарҙа ҡурай уйнай белмәгән бер генә малай ҙа булманы мәктәптә. Тәнәфестәрҙә йүгереп шашып йөрөмәнек беҙ, малайҙар ҡурайҙа уйнарға өйрәнер ине, ә беҙ ҡыҙҙар, уларҙы тыңлай торғайныҡ. Бына ниндәй тормош дәресе алып үҫтек беҙ.
Айыу ҡоҙоғоноң ҡурайҙарын бүләккә алып ҡыуанған бик күп шәхестәрҙе беләм. Башҡортостандың ғына түгел, ҙур илебеҙҙең киңлектәрендә нәҡ Айыу ҡоҙоғо ҡурайынан ағылған илаһи моңдар күптәрҙең һағышын баҫалыр. Бына шулай, моңдо шифалы бүләк итеп таратҡан төбәктең балаһы мин.
Нурия Ҡыҙрасова