

"Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы - Сиҙәм мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары йыл һайын терлек олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнаша, призерҙар һәм еңеүселәр исемлегенә инә. Бынан тыш ул уҡыусылар менән бергә туған башҡорт теленә арналған бик күп ғилми тикшеренеү һәм проект эштәрен башҡара. Беҙҙең мәктәптең тамамлаусыларҙың күбеһе уға ҙур рәхмәтен белдерә. Сөнки уның туған телгә тәрбиәләү теләге уҡыусыларға яҡшы уҡыу йорттарына уҡырға инергә ярҙам итте. Уҡытыусыбыҙҙың һәр дәресе беҙгә телебеҙ менән бәйле ҡиммәтле белем бирә, әммә ул бының менән генә сикләнмәй. Бынан тыш беҙ ватаныбыҙҙың һәм туған телебеҙҙең тарихына сумасаҡбыҙ. Рәйлә Әхиәр ҡыҙына беҙ ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм һеҙҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотлайбыҙ!" - тип яҙа 11-се клас уҡыусыһы Лиана Әлибаева.