МӘҘӘНИӘТ
21 Февраль 2023, 18:27

Әбүбәкер мәктәбендә Хәйбулла районының даланлы улы- Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы үтте.

Мәртәбәле сарала яҙыусының ҡыҙы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ла ҡатнашты

Әбүбәкер мәктәбендә Хәйбулла районының даланлы улы- Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы үтте.Әбүбәкер мәктәбендә Хәйбулла районының даланлы улы- Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы үтте.
Әбүбәкер мәктәбендә Хәйбулла районының даланлы улы- Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы үтте.
Халыҡ-ара Туған телдәр көнөндә Әбүбәкер мәктәбендә ауылдашыбыҙ, шағир, Хәйбулла районының даланлы улы- Ҡадир Әлибаевҡа арналған беренсе "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы үтте.

Мәртәбәле сарала яҙыусының ҡыҙы Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ла ҡатнашты. Ауылдаштарын бер ваҡытта ла онотмай ауыл халҡы.
Билдәле булыуынса, ауылдың мәҙәниәт усағында бынан һигеҙ йыл элек Ҡадир Әлибаевтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылғайны. Бөгөнгө сара уны йәнә иҫкә алып, район һәм ауыл хакимиәте, мәғариф идаралығы вәкилдәре менән берлектә ошо таҡтаташҡа сәскә һалыуҙан башланды.
Артабан осрашыу яҙыусының тормош юлы, ҡыҙының иҫтәлектәре менән үрелеп барҙы.
Конкурс өлөшөндә иһә ҡатнашыусылар 6 номинацияла шиғырҙарын яттан һөйләне. Берәүҙәр Ҡадир Әлибаевтың ижадына туҡталһа, икенселәр уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын йырланы, шулай уҡ тыуған телен данлап һәм үҙе ижад иткән шиғырҙарын бәйән итеүселәр, хатта инглиз, немец телендә шиғырҙар һөйләүселәр булды. Ә ҡайһы бер уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын төҫлө буяуҙар менән һүрәтләп таң ҡалдырҙы.
Бәйге аҙағында мағариф идаралығынан маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар алып ҡыуанды уҡыусылар. Байгенең хужалары - Әбүбәкер мәктәбе директор Нәйлә Рәхимйән ҡыҙының эскизы буйынса эшләнгән махсус значоктар бүләк итте. Байрамдың төп ҡунағы - Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы һәр ҡатнашыусы уҡыусыға бүләктәр тапшырҙы. Ә мәктәпкә синтезатор бүләк итте һәм үҙенең күңеленә хуш килгән ике йырсы ҡыҙҙы гитара менән бүләкләне. Уҡыусыларҙы бәйгегә әҙерләүсе уҡытыусылары ла шағирҙың ҡыҙынан бүләк алып ҡыуандылар. Был мәртәбәле байрамда бер кемдә иғтибарһыҙ, бүләкһеҙ тороп ҡалманы. Байрам барышында Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙына мәктәп уҡыусылары исеменән Сарьян Билалов үҙе яҙған картинаһын бүләк итеп ҡыуандырҙы. Юғары кимәлдә үткән һәм тәүге тапҡыр ойошторолған Әлибаев уҡыуҙары киләсәктә йыл һайын уҙғарылып, район мәктәптәрендә күсеп йөрөйәсәк.

#АйыҡАуыл2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
 
Автор:
Читайте нас