

"Кисәге көн кисерештәргә бай булды әбүбәкерҙәр өсөн. Төндә генә ҡайтып етеп, бер аҙ ял иттек тә, хәҙер кисерештәр менән уртаҡлашыр мәл етте.
Иртә менән үк ауылдың бер төркөм әүҙем кешеләре яуап визит менән Күгәрсен районына юлланды. Алыҫ юл булғас, иртә менән сыҡтыҡ сәфәргә. Бикбулат ауылы халҡы үҙебеҙ кеүек ауылға ингән ерҙә үк ҡаршы алды беҙҙе. Артабан шулай уҡ ауылдың социаль учреждениелары буйлап экскурсия ойошторолдо. Мәктәп, балалар баҡсаһы, дарыухана тормошо менән таныштыҡ. Һәйкәл янында булып, яуҙа баштарын һалған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙар иҫтәлегенә сәскәләр һалдыҡ. Бай тарихлы иман йортонда булып, әрүахтар рухына доғалар ҡылдыҡ. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыр-бейеү менән ҡаршы алды беҙҙе. Төрлө самауырҙарҙарҙан, хужабикәләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә әҙерләнгәйне. Ауылдың һәүәҫкәр артистары тарафынан матур концерт номерҙары күрһәтелде. Айырыуса бәләкәй балаларҙың сығыштарын кинәнеп ҡараныҡ. Түңәрәк өҫтәл артында дауам иткән осрашыу шулай уҡ эскелек проблемаһын хәл итеү юлдары, ошо юҫыҡта ауылдарҙа башҡарылған эш тәжрибәһе хаҡында һөйләшеү менән дауам итте. Күркәм тәбиғәте, нурлы иман йорто менән яуланы беҙҙең күңелдәрҙе Бикбулат ауылы. Беҙҙе лә йылы ҡабул иткән ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Осрашыуҙың һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ", - ти әбүбәкерҙәр.