

13 февралдә, Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулған көндә, Өфөлә был иҫтәлекле датаны байрам итеүгә арналған йылды рәсми асыуға старт биреләсәк.
Был көндө республиканың төп музейында «Өфөлә Шаляпин. Бөйөк дебюттың тарихы». Шулай уҡ тамашасыларға артистың шәхси әйберҙәре, уның фотолары һәм автографтары, XIX–XX быуаттар осорондағы һирәк антиквариат тәҡдим ителә. «Башинформ»ға күргәҙмәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 25 йыл буйына йыйылған Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе фондтары менән киң тамаша тәүгә танышасаҡ.
Федор Иванович Шаляпинды бөтә заман һәм халыҡтарҙың иң яҡшы басы тип атайҙар. Опера һәм камера йырсыһы, донъя кимәлендә танылыу яулаған тәүге рус йырсылары булараҡ, төрлө йылдарҙа Ҙур һәм Мария театрҙары, шулай уҡ Метрополитен Опера театры солисы була. Опера йырсыһы булараҡ Шаляпиндың тәүге сығышы Өфөлә 1890 йылдың 18 декабрендә була. Ул Өфөлә ҡала театры сәхнәһендә Монюшконың «Галька» операһында Стольник партияһын башҡарған.
Өфөләге ҡыҫҡа миҙгел Шаляпиндың хәтерендә ғүмерлеккә ҡалған. Танылған йырсы булғас, ул шул иҫтәлекле Өфө гастролдәренән алып ул үҙенең юбилейҙарын, тантаналы даталарын билдәләгән. Тап Өфөлә Шаляпин тәүге театр оҫталығы дәрестәрен алған.
«Өфө ҡалаһы - атайымдың ижади тормош бишеге», - тип билдәләне йырсының ҡыҙы Ирина Федоровна З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында.
Күргәҙмә сиктәрендә кинолар күрһәтеү, лекциялар һәм ижади сығыштар үтәсәк. Билетты «Пушкин картаһы» буйынса һатып алырға мөмкин.