Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Февраль 2023, 17:35

Таштуғайҙан һәүәҫкәр яҙыусы Фәриғә Күсәкованың яңы китабы донъя күрҙе.

"Был йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар, иҫтәлектәр һәм хикәйәләр тыуған еремә, халҡыма, туғандарыма, яҡындарыма булған һөйөүҙән яралғандыр",- ти Фәриғә Ғаззали ҡыҙы

Таштуғайҙан һәүәҫкәр яҙыусы  Фәриғә Күсәкованың яңы китабы донъя күрҙе.
Таштуғайҙан һәүәҫкәр яҙыусы Фәриғә Күсәкованың яңы китабы донъя күрҙе.

Һәүәҫкәр яҙыусы, яҡташыбыҙ Фәриғә Күсәкованың «Йәшел яулыҡ» исемле яңы китабы донъя күрҙе.


«Был йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар, иҫтәлектәр һәм хикәйәләр тыуған еремә, халҡыма, туғандарыма, яҡындарыма булған һөйөүҙән яралғандыр.
Йөрәгемде тетрәткән кисерештәрҙән – ҡайғы-хәсрәттәрҙән, һағыш-үкенестәрҙән, һөйөүҙән-һөйөлөүҙән туҡылғандыр улар.


Яҙыусы ла, шағирә лә, журналист та түгел мин. Яҡшылыҡҡа ла, яуызлыҡҡа ла битараф ҡала алмаған, тойғоларын «йүгәнләй» алмаған ябай ауыл ҡатынымын. Әҙәбиәт ҡанундарына тап килмәгән, шиғриәт ҡалыптарына һыймаған яҙмаларым өсөн биғәйбә, был китапты ҡулына алған хөрмәтле уҡыусыларым!»

Фәриғә Ғаззали ҡыҙы Күсәкова.

Автор:
Читайте нас: