Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ғинуар 2023, 16:26

Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” йырсылар бәйгеһе үтте

Әбүбәкер ауылынан Хәсән Билалов  1-се урын яуланы.

Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” йырсылар бәйгеһе үтте
Йәнтештә “Һаҡмар моңдары” йырсылар бәйгеһе үтте

Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йортонда “Һаҡмар моңдары” башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл да Хәйбулланың төрлө ауыл биләмәләренән бихисап йырсылар ҡатнашты. Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушылып йырланы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Әбүбәкер ауылы йырсыһы Хәсән Ғәле улы Билалов  1-се урын яуланы һәм Ләйсән, Юлай Бикбовтарҙың махсус призына лайыҡ булды. Ошо уҡ ауылдың һәләтле егете - Ғәлимйән Ултраҡов та моңло сығышы менән халыҡ күңелен яуланы. Афарин, йырсыларыбыҙҙың ижад ҡомары артабан да һүнмәһен, халыҡсан бәйге киләсәктә тағы ла нығыраҡ үҫешһен!

#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас: