Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2023, 18:32

Әбүбәкерҙә әкиәти мөғжизә!

Ауыл халҡы Яңы йыл геройҙарын күңелле итеп ҡаршыланылар, уларҙан ихлас ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәр ҡабул иттеләр.

Әбүбәкерҙә әкиәти мөғжизә!
Әбүбәкерҙә әкиәти мөғжизә!

Әбүбәкерҙә әкиәти мөғжизә!

Әбүбәкер ауылында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ауыл халҡына бәләкәй генә әкиәти мөғжизә бүләк итте.Ауыл халҡы Яңы йыл геройҙарын күңелле итеп ҡаршыланылар, уларҙан ихлас ҡотлау һүҙҙәре һәм изге теләктәр ҡабул иттеләр. Ҡыш бабай менән урам буйлап сәйәхәт барыһына ла оҡшаны. Ысын Яңы йыл кәйефе балаларҙың шатлыҡлы йөҙөндә асыҡ сағылды.

Бәләкәстәр Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтте,шиғырҙар һөйләнеләр, ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы.

 

 


#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: