Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2023, 19:45

Әбүбәкерҙә бал-маскарадта төрлө йәштәге 150-нән ашыу кеше ҡатнашты

Шыршы тирәләй уйын-көлкө, дәртле музыка, яҡшы кәйеф, конкурстар һәм уйындар гөрләне

Әбүбәкерҙә бал-маскарадта төрлө йәштәге 150-нән ашыу кеше ҡатнашты
Әбүбәкерҙә бал-маскарадта төрлө йәштәге 150-нән ашыу кеше ҡатнашты

Әбүбәкерҙә байрам бал-маскарадында төрлө йәштәге 150-нән ашыу кеше ҡатнашты.

Ҡуян, Бүре, Мәскәй әбей шыршы тирәләй   өйөрөлһә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килгәс, күмәкләп  шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, йыр һәм бейеүҙәр, дәртле музыканан, ҡыҙыҡлы конкурстарҙан, уйындарҙан  ауыл клубы гөр килде. Яңы йыл байрамында ҡатнашыусыларға Ҡыш бабай мул бүләктәр өләште. Матур кисә  дискотека менән тамамланды.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: