

Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков 1963 йылда Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ата-әсәһе – Ырыҫбикә менән Ҡәйүм Илбәковтар.
Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда, тальянда оҫта уйнай. 1978 – 1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 1982 – 1984 йылдарҙа Камчаткала армия сафында хеҙмәт итә. 1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай.
Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (ишҡурай) уйлап тапҡан һәм патентлаған. Мәскәү ҡалаһында Олимпиада-80 һәм XII Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең мәҙәни программаларында ҡатнаша, Ҡыҙылда “Коолай” фестивале лауреаты була. Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.
– Үҙегеҙ тураһында бер-ике һүҙ әйтегеҙ әле?
– Кәләшем әйтмешләй, мин – ҡыҙыҡ кеше, күп яҡлы, оригиналь шәхес. Был, минеңсә, тәрбиәнән килә. Атай- әсәйем донъя күргән кешеләр ине. Мәҫәлән, башҡа балалар Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптан йәки кинонан ҡарап белгәндә, минең атайым күргәндәрен, башынан үткән ысынбарлыҡты һөйләй ине. Ул 1910 йылғы, мин тыуғанда уға 53 йәш булған. Тормошто бик ярата ине. Мин дә ғүмерем буйы уға оҡшарға тырышам.
– Йондоҙҙоң өс сифаты?
– Илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ, һәләт.
– Уңыш – ул даланмы, әллә үҙ өҫтөңдә эшләүме?
– Барыһы ла тырышлыҡтан килә, даланһыҙ булыу ҙа мөмкин түгел.
– Тормошоғоҙҙа иң ғорурланған ғәмәлдәрегеҙ?
– Ғаиләм, туғандарым, эшем.
– Тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?
– Тәнҡитсеһенә ҡарап, ыңғай ҡабул итәм.
– Ҡуян йылында тыуған кеше булараҡ, йондоҙнамә һеҙгә тап киләме?
– Шул хәтлем тап килә, хатта ҡытайҙар мине ҡайҙан белгән икән, тип уйлап ҡуям!
– Яңы йылға ниндәй теләктәр, өмөттәр бағлайһығыҙ?
– Илебеҙ имен, донъялар тыныс булһа, барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам.
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-12-27/ytay-ar-mine-ay-an-belg-n-3088217