МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2022, 10:34

Алыҫ Төркмәнстандан шиғри сәләм

Иләс ауылынан Рәзилә  Ишбулдина-Досимова һағыныу-һағыштарын шиғри юлдарға һалып, тыуған яғына, туғандарына, ауылдаштарына һәм һабаҡташтарына юллай.  40 йылға яҡын сит тарафтарҙа йәшәп, үҙ телендә шиғырҙар ижад итеүсе яҡташыбыҙҙың йөрәк әрнеүе һалынған шиғырын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

Алыҫ Төркмәнстандан шиғри  сәләмАлыҫ Төркмәнстандан шиғри  сәләм
Алыҫ Төркмәнстандан шиғри сәләм

Рәзилә Ғәле ҡыҙы Ишбулдина- Досимова 1956 йылда Иләс ауылында тыуа. Хәҙерге көндә Төркмәнстан республикаһында йәшәй, хаҡлы ялда. “Һеҙгә алыҫ Төркәнстан иленән сәләм-хат. Һағыныуҙарыҙы шиғри юлдарға һалып, тыуған яғыма , туғандарыма , ауылдаштарыма һәм һабаҡтарыма ебәрәм . 40 йылға яҡын сит тарафтарҙа йәшәп, үҙ телемде онотмау- үҙе бер илһөйәрлек тип иҫәпләйем, ти ул.


Тыуған илем, Тыуған телем!
Йәшәһәм дә башҡа илдә,
Һөйләшһәм дә башҡа телдә,
Ятҡа “туған ”тип өндәшһәм дә,
Онотмам тыуған илемде,
Онотмайым туған телде.
Иҫкә төшә ҡайһы саҡта
Ғәмһеҙ генә бала саҡтар.
Уйнар инек ҡыҙҙар менән
Сепрәктән яһап ҡурсаҡтар
Ете бала үҫтек бер өйҙә беҙ,
Яҡты булды тәҙрәбеҙ.
Өйрәнмәнек беҙ әҙергә,
Атам –әсәм нәсихәте.
Ҡолағымда тора хәҙер ҙә.
Ғөрләп үтте йәшлегебеҙ,
Ҡуркманыҡ беҙ бурандарҙан.
Хеҙмәт булды беҙҙең ҡулдарҙа,
Иҫеңдәме, ауылым? Дәртле йәштәр
Йырлап үтте урамдарҙан...
Яҙмыш сит ерҙәргә яҙылғандыр,
Бер күрергә зар- интизар бер туғандар.
Бәхетле-ата-әсәнең бәхиллеген алғандар,
Үкенестә әрней хушлаша алмай ҡалғандар.
БЕр уй миндә ятһам, торһам-
Мәрхүм инде әсә-атам,
Етем ҡалды ата йорто-
Кем ҡаршылар ишек ҡаҡһам,
Тыуған яҡҡа йәнә ҡайтһам
Рәнйетмәгеҙ мине, тиеп халҡым,
Алыҫтарға китеп ҡалған.
Өмөттәрем ишелмәһен тағын,
Көтмәйем мин мәрхәмәтте яттан ,
Кемдәр булыр миңә ҡалҡан!
Эҙләгәнмен мин бәхетте
Ерҙән түгел, бейектән.
Йәшәнем байым эйеп кенә..
Күлдәге менән ике ҡат тип,
Әйткәндәр минең кеүеккә.
Үҙ -үҙемә бикләнгәнмен бер йомғаҡтай ,
Минең хәлем бер кем аңламай.
Донья хәлен алдан белеп булмай,
Һағыш тулы сер һандығым.
Ҡалыр инде бында асылмай .
Ғүмер саба аттай түбәнгә
Булмай уны тотоп, йүгәнләп.
Йылайым “Ғилмияза ”йырын эй һөрәнләп:
“Ҡайтыр инем илкәйемә , һай,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп! ”

Автор:
Читайте нас