МӘҘӘНИӘТ
21 Декабрь 2022, 09:25

Ғәлиәхмәттә яңы клуб буласаҡ

Мәктәп бинаһының бер өлөшө ауыл клубы һәм китапхана итеп эшләнде.

Ғәлиәхмәттә яңы клуб буласаҡҒәлиәхмәттә яңы клуб буласаҡ
Ғәлиәхмәттә яңы клуб буласаҡ

Ремонт эштәре тамамланып, яңы мәҙәниәт усағы заманса йыһазландырылды. Яңы мебель, ултырғыстар, музыкаль аппаратура килтерелде.
Ауыл халҡының бергә йыйылып, күңел асыу урыны тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ!
Был эш - Хәйбулла районында эшмәкәрлек алып барған "Полиметалл" ойошмаһының спонсор ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Бындай эш килеп сыҡһын өсөн, район етәкселегенең ҙур тырышлығы һалынды был эшкә.
Ауыл клубын асыу тантанаһы 23 декабрь көнөнә тәғәйенләнгән.

 

Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас