

Башҡортостанда палеолит дәүере һүрәттәре һаҡланған Шүлгәнташ мәмерйәһе биләмәһенең сиктәре раҫланды. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Бөрйән районында урынлашҡан мәмерйә федераль әһәмиәттәге мәҙәни археологик мираҫ объекттары реестрына индерелгән.
Шүлгәнташ республиканың төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 2022 йылдың йәйендә мәмерйәнән ике саҡрым алыҫлыҡта майҙаны 4 мең квадрат метрлыҡ ошо уҡ исемдәге тарихи-музей комплексы асылды.