МӘҘӘНИӘТ
18 Декабрь 2022, 10:55

Башҡортостандың Яҙыусылар союзында яңы рәйес

34 йәшлек яҙыусы һәм журналист күпселек тауыш менән етәксе итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзында яңы рәйесБашҡортостандың Яҙыусылар союзында яңы рәйес
Башҡортостандың Яҙыусылар союзында яңы рәйес

34 йәшлек яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды.

Ул Яҙыусылар союзының XIX съезында күпселек тауыш менән етәксе итеп тәғәйенләнде.

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған. 2014 йылдан - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, 2008 йылдан - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы. 

2015 йылда «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2020 йылдың февраленән - «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире. 

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас