

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығында иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә аҡсалата дәртләндереү түләмдәренә муниципалитет бюджетына субсдиялар биреүгә йыл һайын үткәрелгән конкурс һайлауына йомғаҡ яһалды.
Махсус комиссия конкурсанттарҙың ҡаҙаныштарын һәм көндәлек эшен баһаланы. Шуныһы ҡыуаныслы, Хәйбулла районынан номинанттар юғары балл йыйып, еңеүселәр тип танылды. Район мәҙәниәт йорто методисы Минзифа Ишемғолова ауыл мәҙәниәт учрежденелары хеҙмәткәрҙәре араһында иң яҡшыһы тип танылды. “Китапхана эше” йүнәлешендә Бүребай ауыл моделле китапханаһы иң яҡшыһы тип билдәләнде.