МӘҘӘНИӘТ
4 Декабрь 2022, 07:07

Айнур Асҡаров Сибайҙа сериал төшөрөргә ниәтләй

   

Айнур Асҡаров Сибайҙа сериал төшөрөргә ниәтләйАйнур Асҡаров Сибайҙа сериал төшөрөргә ниәтләй
Айнур Асҡаров Сибайҙа сериал төшөрөргә ниәтләй

Танылған башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров «Башинформ» агентлығына «Яма» яңы веб-сериалы хаҡында һөйләне. Был детектив триллер буласаҡ. Сюжет буйынса шахтёрҙар ҡаласығында бер йыл инде Шахтёр ҡушаматлы  маньяк халыҡты ҡурҡыта. Колледж ятағынан ҡыҙҙың юғалыуы билдәле булғас, шик тау эшсеһе Камилға төшә, сөнки тап ошо ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр күргәндәр.

- Беҙ 8 сериянан 10-шар минутлыҡ сериал төшөрөргә теләйбеҙ. Киләһе йылдың яҙында-йәйендә планлаштырабыҙ, тарихты Сибайҙа төшөрөргә теләйбеҙ. Хәҙер бөтәһе лә финанслауҙан тора, буласаҡмы, юҡмы, - тип һөйләне режиссер. 

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ҡатнашлығында «Асҡарфильм» сериалды төшөрөү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Фильмдың командаһы әүәлге проекттарҙағы кеүек үк: сценарист Айҙар Аҡманов, продюсерҙар Анастасия Асҡарова һәм Дмитрий Якунин, оператор Вилдан Асҡаров, композитор Камил Абдуллин.

 

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1-7 декабрҙә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың фильмдарын күрһәтеү аҙналығы үтә. «Буран», «Из Уфы с любовью», «Семья года», «Отряд Таганок» фильмдары, ҡыҫҡа метражлы фильмдар йыйынтығы күрһәтелә.

- Ошо 10-11 йылда бер аҙнаға контент төшөрҙөк тә инде, дөйөм алғанда, 500 минутлыҡ киноматериалыбыҙ бар, - тип аңлатты Айнур Асҡаров.

Быға тиклем режиссер быйыл ғинуар айында ҙур экранға сыҡҡан «Буран» фильмын тәҡдим итте һәм тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

 

 

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас