

Аҡъярҙан Гөлназ Назарова әйтеүенсә, ул бала саҡтан йырларға ярата. Студент саҡтарында ла төрлө концерттарҙа ҡатнаща.
“Һөнәрем сәхнә эше менән бәйләнмәһә лә, күңелем менән ижади кешемен. Йырларға тигән хыялым да тормошҡа аша башланы. Азалия Вәлиева уның йырын башҡарыу буйынса конкурс иғлан иткәс, ике уйлап тормай, үҙемде йырлы-моңло бәйгелә һынап ҡараным һәм беренсе урынды алдым. Унда “Ел ҡапҡа” йырын башҡарҙым.
Азалия Вәлиева һүҙҙәренә, Гүзәлиә Вәлиева көйөнә “Бәхетемде үҙем һайлап алдым” йыры киң таралыу яуланы. Яңы йыл алдынан Ғаилә тураһында тағы бер яңы йырым буласаҡ.
Уңыштар һиңә, Гөлназ! Яңы йырҙарың менән беҙҙе ҡыуандырып тор.