

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй генә!
Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Айытбаевтар ғаиләһендәге өмә ағинәйҙәр ҡатнашлығында үткән.
"Тамаҡҡа йөн торҙо", "май күтәреү", "май ҡаптырыу" кеүек күренештәрҙе барлап, киләһе йылда именлектә-һаулыҡта ҡоштар үҫтереүҙе теләп һыу буйына төшкән өмәселәр. Таҙартылған ҡаҙҙар мәкелә сайҡатып алынған. Ә эш бөтөүгә хужабикәнең ҡаҙ майында бешергән бөйөрөктәре, сәк-сәктәре менән бик тәмле итеп сәйҙәр эсеп, "өлөштәр"ҙең яртыһын ашап, уйын-көлкө менән үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп таралышҡан өмәлә ҡатнашыусылар.