

Улың ҡайтыр, һаумы, әсәй, тип
Хәйбулла районы һәүәҫкәр йырсыһы Йәнбикә Хәсәнова бөгөнгө көндә айырыуса актуаль яңғыраған йыры менән бүлешкән. Яҙылыусылар уны бик оҡшатҡан.
«Йәнбикә, үҙәктәрҙе өҙәheң, рәхмәт яуғыры. Ҡара болот илдең күген ҡапламаhын инде, уңыштар сабырлыҡ бирheн Хоҙай», - тип яҙа яҙылыусылар.