МӘҘӘНИӘТ
13 Ноябрь 2022, 18:06

Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ!

Республика конкурс-фестиваленең гала-концертына килегеҙ.

Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ!Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ!
Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ!

16 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ҡанаттарыбыҙҙы йәйәбеҙ" II республика конкурс-фестиваленең гала-концерты үтә. Инклюзив проект Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырылған. Ул "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект “Культура”) "Ижади кешеләр" проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Конкурс-фестиваль һаулыҡ үҙенсәлектәре булған, республиканың балалар музыка, сәнғәт мәктәптәрендә һәм мәҙәниәт өлкәһендәге профессиональ белем биреү ойошмаларында шөғөлләнгән 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Йәш ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһай ала. Оркестрҙың баш дирижёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге һәм Башҡортостандың Милли симфоник оркестры.

Концерт көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Сығанаҡ, фото: /culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас