

Элек, электән ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ ҡул эштәренә маһир булғандар.
Көндәлек эштәрен тамамлағас, кис ултырыуға, өмәләргә йөрөгәндәр. Улар йыйылышып ҡул эштәре эшләгәндәр,сигеүу сиккәндәр, шәл бәйләгәндәр, йөн иләгәндәр.
Ауылыбыҙ ҡатын - ҡыҙҙары мәҙәниәт йортона йөн иләү, йөн тетеү өмәһенә йыйылды. Халҡыбыҙҙа ,, Белмәгән өйрәнә, белгән өйрәтә,, тигән бик матур мәҡәл бар. Йәш килендәр ҡул орсоғо, аяҡ орсоғо менән йөн иләргә өйрәнделәр. Ә ниндәй өмә йырһыҙ булһын инде. Өмәселәр йыр йырлап эшләгәс, эштәре лә ырамлы булды.
#АбубакировскийСМФК
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
#Өмә
#ХайбуллинскийРДК