

– Үҙем мәҙәниәт бүлегендә эш башлағас, күп концерттарҙа “йәнле оркестр” булып сығыш яһарға тура килә. Шул уҡ ваҡытта үҙем йырлайым да, көйҙәр ҙә яҙам. Гармун менән сәхнәгә сыҡһам, тамашасылар йылы ҡабул итә, көслө алҡыштарға күмеп, ҡайтанан сығыш яһауымды йыш һорай. Шул ваҡытта, ниңә гармунсылар ансамбле төҙөп ҡарамаҫҡа, тигән уй килде. Минең ҡумыҙсылар ансамблем дә бар. Бөгөн “Ҡайтауаз”да тиҫтәнән ашыу кеше шөғөлләнә, тағы ла теләүселәр бар. Гармунды популярлаштырыу, быуындан-быуынға талантлы гармунсыларҙың бәйләнешен дауам итеү маҡсатында ойошторолған ансамбль төрлө конкурстарҙа еңеү яулай, гармунсыларыбыҙ үҙҙәре, “Тальян-гармун” республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала. Быйыл “Ҡайтауаз”дарым “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә еңеү яуланы, – тип йылмайҙы Гөлфиә Ҡыяметдин ҡыҙы.
Иҫәнгилде ауылында донъяға килгән ҡыҙыҡай бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Уның сәнғәткә тартылыуы әсәһе яғынан, апайҙарынан килә. Үҙе әйтмешләй, ҡыҙҙар тоҡомо мәҙәниәтте үҙ иткән. 3 класта уҡыған сағында гармунда уйнарға өйрәнә, бишенселә Магнитогорск ҡалаһынан 50 һумға ҡумыҙ һатып алып, сирттерә башлай. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙға артабан ҡайҙа барырға тигән һорау тормай: Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт-ағартыу техникумының баян класына уҡырға керә. “Гармун уйнарға еңел булһа ла, баянда ла өйрәнергә тейешмен”,- тигән маҡсат ҡуйҙым ти ул. Йыр сәнғәтендә артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Сибай институтының музыка факультетында ситтән тороп уҡый. Бөгөн ул Аҡъяр мәҙәниәт йортонда эшләй.
-Мин һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып йәшәйем, һирәк башҡарылған йырҙарҙы йырларға яратам. Интернет селтәре аша Фирүзә Абдуллинаның ижадына юлыҡтым, “Ғүмер аҡҡан һыу”, “Мөхәббәтем” тигән шиғырҙары күңелемә үтеп инде, уның ризалығын алып, Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужиндан көй яҙҙырттым. Шулай уҡ Гөлнур Ҡыуатованың бер-нисә шиғырына Ирек Атановтың һәм Йылайыр районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Дамир Солтановтың яҙған йырҙарын яратып башҡарам. Минең өсөн төп талаптарҙың береһе т- тере тауышҡа йырлау һәм башҡарған йырың тамашасы күңеленә үтеп инергә тейеш, - ти конкурста ҡатнашҡан Гөлфиә Хәләфетдинова.
Әйткәндәй, конкурс тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һаҡмарҙың моңло һандуғасы, гармунсы, думбырасы һәм ҡумыҙсы Гөлфиә Хәләфетдинова өсөн тауыштырығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар!
Фото һәм видео: Гөлфиә Хәләфетдинова.