

Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы заказы буйынса «Национальность.ru» тревел-проектының ижади төркөмө Башҡортостанға килгән.
Тапшырыу Өфө ҡалаһында, Белорет һәм Учалы райондарында төшөрөлгән. Проекттың алып барыусыһы - блогер, театр һәм кино актрисаһы Екатерина Мускатина. Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, тарихсы, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, костюмдар буйынса рәссам, этнограф Сәлимә Усманова, Инйәр ауылының «Урал» этно-кафеһы ашнаҡсыһы Рита Йомаҙилова, Ринат һәм Алиса Рамаҙановтарҙың ижади ғаиләһе, Учалы районының «Йәйғор» фольклор өлгөлө ансамбле, Учалы филармонияһының бейеү ансамбле артистары, ҡурайсы Дим Мөжәүиров һәм Учалы районы уҡсылары тапшырыуҙың төп геройҙары булған.