

Район халҡы һәм ҡунаҡтары ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған күргәҙмәне ҡарарға бик ҡыҙыҡһынып килә. Яңыраҡ музейға «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар ансамбле вәкилдәре килде. Уларҙың барыһы ла ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә көс һалған.
Танылған ҡурайсылар менән осрашыуға Маҡан ауылынан «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары һәм 2-се мәктәбенең 7 «а» класы уҡыусылары саҡырылды. Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм ижады, райондың билдәле ҡурайсылары, ҡурайҙың әһәмиәте тураһында һөйләшеү булды. Сара аҙағында ҡасандыр Йомабай Иҫәнбаев Париж сәхнәһендә һәм Германияның Майн ҡалаһында башҡарған боронғо башҡорт йыры "Урал" яңғыраны.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #МәҙәниәтЙыл