

3 ноябрҙә — илдең Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын асыу тантанаһы була. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Егерме метрлыҡ объект ҡалаға ингән ерҙә автомобиль күперҙәренән уң яҡта, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.
Стела урыны халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса һайланды, тип билдәләнеләр Өфө хакимиәтендә.
Мәғлүмәт:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.