

Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы тип, Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда "Сөмбөлә" байрамында ҡатнашып ҡайтҡандан һуң, беҙ, Байғусҡар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Әбүбәкер, Ивановка, Байғусҡар ҡатнашыусыларын осраштырып, "Һүҙ күрке - мәҡәл" тип аталған байрам сараһына йыйҙыҡ.
Китапхана мөдире Резеда Вәлитдин ҡыҙы Ҡолсонбаева мәҡәлдәргә таянып, фәһемле, йөкмәткеле сценарий яҙған. Һәр команда үҙҙәре менән таныштырып сыҡты. Быйыл Башҡортостандағы Мәҙәни мираҫ йылына ҡарата фольклор күрһәтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алдыҡ. Әбүбәкерҙәр - "Йәш йөрәктәр" командаһы-- "Бирнәгә юрған һырыу ", Ивановкалар -" Дуҫлыҡ" командаһы -- "Өләсәйем һандығы", Байғусҡарҙар - "Илһөйәрҙәр" командаһы--" Ураҡта"тип аталған йолалар күрһәтеп, һәр команда үҙенең сығышында ни тиклем йоланы тәрән белеүҙәре, хөрмәт итеүҙәрен күрһәттеләр.
Мәҡәл буйынса ярышта " Дуҫлыҡ" командаһы алда булһа," Йәш йөрәктәр" иһә дәртле, моңло, сағыу тауыштары менән йыр-моң буйынса алда булдылар. Өйгә эш итеп бер концерт номеры әҙерләп алып килергә тип һөйләшеү буйынса Ивановканан Бикә апай Азаматова "Илсе Ғайса" ны бик матур итеп башҡарһа, Байғусҡарҙан Әлфиә Айытбаева" Иҫеңдәме иркәм", Вәсилә Аҡбалина "Йәшәргә лә, әле йәшәргә" һәм Әбүбәкер ағинәйҙәре сәхнә һелкетеп бейеп, күңелле таҡмаҡтары менән күңелде күтәреп ебәрҙеләр.
Һәр команда шул тиклем етди, иғтибар менән ихлас әҙерләнгән, шуныһы ҡыуандырҙы, мәҡәлдә бит тәрән мәғәнәле, йөкмәткеле, фәлсәфәүи һүҙҙәр ята, шул мәҡәл менән өләсәй, әсәйҙәр беҙҙе тәрбиәләнеләр. "Йәш йөрәктәр" командаһы 1-сё урын, "Дуҫлыҡ"тар 2 - се урын яуланы һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.