Төркиәлә «Королева Евразии-2022» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы тамамланды.
Илүзә Иҫәндәүләтова ярыштың иң сибәр топ-5 исемлегенә инә һәм Winner of Earth титулын яулай. Бүләккә ҡыҙ эксклюзив маркалы таж, алтын биҙәүестәр, ювелир сәғәт һәм башҡа бүләктәр алған.
Илүзәгә 22 йәш, Сибай ҡалаһында тыуған, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған. Һылыуҡай «Мисс Республика-2021» матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе, «Мисс Уфа 2020» , 1 вице-«Мисс Азия-Север-2021», «Miss Continental Russia-2021» титулдарына эйә.