

Белорет ҡалаһындағы яңы иҫтәлекле урын - "Күсмә халыҡтар ҡурсалаусыһы" граффитиһын төшөргән рәссам Артур Мөжиповтың был эше Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Картина бик матур килеп сыҡҡан, бөтәһенә лә оҡшай һәм конкурста мотлаҡ еңергә тейеш! Был йәһәттән беҙ ярҙам итә алабыҙ. 10 октябрҙән 23-нә тиклем йәмәғәт тауыш биреүе бара.
8(800) 301-50-23 номерына бушлай шылтыратығыҙ һәм телефонды фон режимына күсереп, "1" һанын күрһәтегеҙ. Бер номерҙан бер тауыш ҡына ебәрергә мөмкин.
Әйткәндәй, һүрәттәге был һылыу ҡыҙ кем, беләһегеҙме? Белорет районының Йөйәк ауылы уҙаманы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, яҙыусы, уҡытыусы Зәки Әлибаевтың ҡыҙы Гөлнәзирә. Бөгөн был һылыу ҡыҙ Төркиәлә уҡып йөрөй.
Конкурста Волга буйы федераль округы төбәктәренән 14 граффити ҡатнаша. Барлыҡ фотоларҙы һәм видеоларҙы фестивалдең сайтында ҡарарға мөмкин.
Ашығайыҡ! Ваҡыт аҙ ҡалды!