МӘҘӘНИӘТ
20 Октябрь 2022, 16:06

"Тылсымлы ҡурай моңо"

"Шатлыҡ" балалар баҡсаһында  ҡурай моңо яңғыраны

"Тылсымлы ҡурай моңо""Тылсымлы ҡурай моңо"
"Тылсымлы ҡурай моңо"

Ҡурай – башҡорт халҡының төп
музыка ҡоралдарының береһе:
юлдашы, серҙәше, яуҙашы.

Бөгөн башҡорт милләттең символына әйләнгән ҡурай тураһында тәрбиәләнеүселәргә белем биреү, яҡындан таныштырыу, илһөйәрлек, ғорурлыҡ, милли көйҙәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында бөгөн мәктәпкәсә әҙерлек "Аҡбуҙат" төркөмөндә "Тылсымлы ҡурай моңо" сараһы үтте.


Шатлыҡ балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе, хәҙерге көндә Аҡъяр ауылының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡыусыһы, Республика кимәлендә үткән ҡурайсылар бәйгеһендә икенсе дәрәжә диплом яулаусы, йәш ҡурайсы Вилдан Ишемғолов осрашыуға саҡырылған ине.
Ул бәләкәстәрҙе ҡурайҙың төрҙәре, халыҡ көйҙәре менән таныштырҙы.


Үҙҙәренән бер нисә генә йәшкә ҙур булған малайҙың рәхәтләнеп ҡурайҙа һыҙҙырыуы бәләкәстәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тойғолары уятты. Матур һәм йәнле әңгәмә аҙағында балалар "ҡурай" уйынын уйнанылар.

#ШатлыкАкъяр
#Вместесмузыкой

МБДОУ № 3 "Шатлык" с. Акъяр

 

Автор:
Читайте нас