МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2022, 04:42

Иләстәр, афарин!

Шундай дәрт үҙҙәрендә – күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып тора! Йәштәр көнләшерлек! Иләстәрҙең уңышын һылтанма аша уҡығыҙ! #Айыҡауыл2022  

Иләстәр, афарин!Иләстәр, афарин!
Иләстәр, афарин!

Иләстәр  йәнә ҡыуандыра. Яңыраҡ өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәр һаулығына, ил-йорт тыныслығына аҡ ҡорбан салып, хәрби күнекмәләр үткән һалдаттарға 121 банка тушенка эшләп ебәреп, бар республиканы таң ҡалдырғайны. Әле улар тағы бер мәҙәни еңеү яуланы. 

Иләс ауылының "Етегән"халыҡ фольклор коллективы "Таланттар гөлләмәһе. Соцветие талантов"фестивалендә ҡатнашып, "Ҡот саҡырыу", "Яусылау" йолалары күрһәтеп, "Халыҡ театры" исемен яңынан яҡланы һәм һаҡлап ҡала алды.Афарин!


#Айыҡауыл2022

Сдк Илячево

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас