МӘҘӘНИӘТ
18 Октябрь 2022, 11:09

Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионы тағы ла гөрләп торҙо.

Бында тәү ҡарашҡа иң тыныс һөнәр эйәләре, төрлө китап-журналдар, күргәҙмәләр, мәҙәни саралар араһында ҡайнаған китапханасылар спартакиадаға йыйылды.

Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионы тағы ла гөрләп торҙо.Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионы тағы ла гөрләп торҙо.
Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионы тағы ла гөрләп торҙо.

Районда  спорт спартакиадалары үткәреү матур йолаға әүерелде. Һөнәре буйынса спортҡа бәйлеләр генә түгел, бөтөнләй башҡа өлкәләрҙә эшләүселәр ҙә ярыш майҙанына сыға. Иң мөһиме, спартакиадала уҙышыусылар, ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр береһе сәләмәт тормош алып барыуға ыңғай ҡарашта.

Аҡъяр ауылының “Уңыш” стадионы тағы ла гөрләп торҙо. Бында тәү ҡарашҡа иң тыныс һөнәр эйәләре, төрлө китап-журналдар, күргәҙмәләр, мәҙәни саралар араһында ҡайнаған китапханасылар спартакиадаға йыйылды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының ауылдар араһында үткән муниципаль этабы сиктәрендә  ойошторолған спорт ярыштарына Аҡъяр ауылының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре  әүҙем ҡушылды.

Китапханасылар  ете төрлө ярышта мәргәнлектә, етеҙлектә, канат тартыуҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә уҡтан атыуҙа тәүге призлы өс урынды яулаған Рәзифә Ғәббәсова, Сания Ғәлина. Любовь Гордеева иң мәргән тип танылды. Скакалкала һикереүҙә Аксана Сынбулатова, Сәлимә Байгилдина һәм Рәмилә  Фәйзуллинаға етеүсе булманы. Дартс атыуҙа 1-се урынды Лилиә Йәнтүрина, 2-се урынды Зөлхизә Ишкилдина һәм 3-сө урынды Гөлсинә Мәғәфүрова яуланы. 2000 метрға йүгереүҙә  Римма Исҡужина, Әлфиә Мансурова һәм Илгизә Сабитовалар финишҡа беренселәрҙән булып килде. Ҡул көрәшендә Зилиә Абдрахманова--1-се, Нәжиә Асҡарова –2-се һәм Олеся Плетнева 3-сө урынға сыҡты.

“Күңелле старттар” эстафетаһы ла үҙен аҡланы. Дәртләндергес тауыштарҙан, шатлыҡлы ауаздарҙан стадиогн яңғырап торҙо. Спорт байрамы ҡайһы команданың иң көслө булыуын билдәләүсе иң ҡыҙыҡлы ярыштарҙың береһе --канат тартыу менән тамамланды. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде!

Һәр кем спорт сәме һәм еңеүгә ынтылыштан тыш, саф һауала. Дуҫтарса мөхиттә үткән саранан үҙенә дәрт-дарман, яҡшы кәйеф алды. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ижади һәи һәләтле булыуынан тыш, көслө,  спорт һөйгән шәхестәр булыуын да раҫланы.

Рәзилә Ишназарова,

үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе.

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас